24 апрель Әбйәлил районы Асҡар ауылында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең ... — 8 мая 2026 г. в 07:37:53.151
24 апрель Әбйәлил районы Асҡар ауылында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVlll төбәк-ара конкурсының зональ этабында беҙҙең "Ләйсән" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре уңышлы сығыш яһап ҡайттылар. Конкурста балалар эпосты яңғыҙ башҡарҙылар һәм инсценировка (етәксеһе: Иҫәндәүләтова Г.С.) ҡуйҙылар. "Яңғыҙ башҡарыусылар" номинацияһында: Мусин Самир - 2 урын (етәксеһе: Айытҡолова Ф.М.) яуланы. Йылайыр районы данын яҡлап сығыш яһаған тәрбиәләнеүселәргә, уларҙың етәкселәренә, ата-әсәләренә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

