Урал батыр-2026, сәхнәләштереү. — 20 апреля 2026 г. в 07:57:34.020
Урал батыр-2026, сәхнәләштереү. 16 апрель Ҡашҡар ауылы мәҙәниәт йортонда "Урал батыр-2026" район конкурсы үтте. Беҙҙең "Ләйсән" балалар баҡсаһы данын Ҡоҙашев Салауат, Мусин Самир, Аҡҡужина Гөлнәзирә, Алхатова Рәбиә, Рамаҙанова Илсиә яҡланы. Улар "Урал батыр" эпосынан өҙөк сәхнәләштереп Гран-при яуланылар. Етәксеһе: Айытҡолова Ф.М. Музыкаль етәксе: Иҫәндәүләтова Г.С. Балаларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Киләһе сығыштарында уңыштар теләйбеҙ.

