МБОУ Башкирская гимназия им.М.Г.Рахимова с.Мраково
Образование · 5 августа 2026 г.
Ҡош юлы. Балалар✨ — 5 августа 2026 г. в 07:16:40.466
Ҡош юлы. Балалар✨ Ошо көндәрҙә Ейәнсура районында “Ҡош юлы” тип аталған республика ижади бәйгеһе үтте. 🌟 Был мәртәбәле сарала беҙҙең Башҡорт гимназияһының 5 а класы уҡыусыһы Садыҡова Самира ла ҡатнашты. 📚 Ул баһалама ағзаларына үҙе ижад иткән “Башҡорт ҡыҙы” шиғырын тәҡдим итте. 📝 Музыкаль яҡтан Самираның сығышын уның атаһы Рәсих Рәмил улы биҙәне. 🎵 Рәсих Рәмил улы районда һәм республикала ҡурайсы, думбырала һәм ҡумыҙҙа оҫта уйнаусы музыкант булараҡ билдәле. 🎶 Самира был конкурста уңышлы сығыш яһаны һәм 2 дәрәжә Дипломға һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. 🏆👏 Афарин, Самира! 💐🎉

