МБОУ Башкирская гимназия им.М.Г.Рахимова с.Мраково
Образование · 12 августа 2026 г.
🌹Йәйҙең йәмле көндәренең береһендә хөрмәтле педагогик хеҙмәт ветераны 🌺Мәзитова Ынйы ... — 12 августа 2026 г. в 17:20:41.439
🌹Йәйҙең йәмле көндәренең береһендә хөрмәтле педагогик хеҙмәт ветераны 🌺Мәзитова Ынйы Хәким ҡыҙы үҙенең күркәм ғүмер байрамын - 🎉70 йәшлек юбилейын билдәләй. 💮Ҡәҙерле Ынйы Хәким ҡыҙы!Һеҙҙе матур юбилейығыҙ менән ысын йөрәктән тәбрикләйбеҙ! ☀️Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға, балаларығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең уңыштарына һөйөнөп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға күмелеп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын! Килер көндәрегеҙ яҡты һәм ҡыуаныслы мәлдәргә бай булһын! 🌼Ҡотло булһын күркәм юбилейығыҙ, 🌼Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөгөҙ. 🌼Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән 🌼Үтһен һәр бер килер көнөгөҙ. 🏵️Ҙур уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, 🏵️Ә көндәрҙе шатлыҡ биҙәһен. 🏵️Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр, 🏵️Ошо бәхет ситләп үтмәһен! 🌺🌺Ҡотлау менән Мортаза Рәхимов исемендәге Мораҡ Башҡорт гимназияһы коллективы.

