МБОУ Башкирская гимназия им.М.Г.Рахимова с.Мраково
Образование · 29 сентября 2026 г.
📌 Алтын көҙҙәге йылы осрашыу 🍂 — 29 сентября 2026 г. в 18:02:59.841
📌 Алтын көҙҙәге йылы осрашыу 🍂 Алтын көҙҙөң бер көнөндә 5 а класы уҡыусылары класс етәкселәре Нурмөхәмәтова Физәлиә Кинйәғәли ҡыҙы менән педагогик хеҙмәт ветераны Псәнчина Зилә Мәхмүт ҡыҙына ярҙам итергә барҙы. Зилә Мәхмүт ҡыҙы - оҙаҡ йылдар гимназияла балаларға туған тел серҙәрен өйрәткән абруйлы уҡытыусы. Эшләһәң - эш ҡарышмай тиҙәр. Балалар ҙа Зилә Мәхмүтовна йыйып ҡуйған фасолде тиҙ генә таҙартып ҡуйҙы. Эш менән бергә йәнле аралашыу ҙа барҙы. Был осрашыу бигерәк тә малайҙарға оҡшаны, сөнки Зилә Мәхмүт ҡыҙы футбол һәм хоккей фанаты булараҡ, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә еткерҙе. Ҡулыбыҙҙан килгән эштә ярҙамлашыу уҡыусыларға кинәнес бирҙе. Беҙ тағы килергә вәғәҙә биреп, уҡытыусы-ветераныбыҙ менән хушлаштыҡ. ❤🤗 #БашҡортГимназияһы#ЙылыОсрашыу