МБОУ Башкирская гимназия им.М.Г.Рахимова с.Мраково
Образование · 17 октября 2026 г.
🎥 Атайҙарға арнала!
🎥 Атайҙарға арнала! Атайҙар көнөнә арналған ихлас ҡотлауҙар марафоны дауам итә! ✨ 7 «А» класы уҡыусылары (класс етәксеһе Мəликова А.И.) барлыҡ атайҙарҙы байрам менән ҡотлай һәм йылы теләктәрен еткерә: 💬 «Хөрмәтле атайҙар! Һеҙҙе ысын күңелдән Атайҙар көнө менән ҡотлайбыҙ! 🎀 Ныҡлы һаулыҡ, эштәрегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы тормошта йәшәргә яҙһын! “Атайҙан күргән малай уҡ юна”, “Атайлы ҡыҙ наҙлы була, наҙлы һөйөү ҙә үҫә”, “Атайлы бала — арҡалы бала, әсәйле бала — ирекле бала”, — тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ғаиләләрегеҙ ныҡлы булһын! Балаларығыҙға терәк-таяныс, өлгө булып йәшәгеҙ!» ❤️ #АтайҙарКөнө #ДеньОтца #Деньотца_Башкортостан2026 #Неделяотца_Башкортостан2026 #БашҡортГимназияһы #ПоздравлениеДляПапы