11сентябрь Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә. Был байр...
11сентябрь Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә. Был байрам халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Милли кейем көнө Республикабыҙҙың күп милләтле халҡын берләштерә, бер-беребеҙҙең мәҙәниәте менән танышырға мөмкинлек бирә.Милли кейем халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Бынан тыш, милли кейем - ул тәрбиә сараһы ла. Белорет лицей-интернатының VI-VIII кластарында Милли кейем көнөнә арналған «Милләт йөҙө-милли кейем» тигән сара үтте. Сараның беренсе өлөшөндә балалар милли кейем тарихы һәм уның бөгөнгө көндә лә көнүҙәклеген юғалтмауы, күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыуы тураһында белделәр. Артабан сараны уҡыусылар башҡорт халҡының милли кейемдәре тураһында дүрт юллыҡ шиғырҙары менән тамамлап ҡуйҙылар.