Лицей-интернатта Милли кейем көнө билдәләнде
Лицей-интернатта Милли кейем көнө билдәләнде Лицей-интернатта Милли кейем көнө сиктәрендә "Милли кейемдә уҡыйым" акцияһы үтте. Был көндә, һәр йылдағыса, традицион милли кейемдәр парады ла ойошторолдо. Парад лицей ихатаһында тантаналы рәүештә үтте. Төрлө класс уҡыусылары үҙҙәренең милли кейемдәрен күрһәтте. Кейемдәрҙең матурлығы, төҫтәре һәм биҙәктәре тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Акцияның маҡсаты — йәш быуынды милли мәҙәниәткә, традицияларға ҡыҙыҡһындырыу, милли кейемдәрҙең әһәмиәтен аңлатыу. Бындай саралар уҡыусыларҙа үҙ милләтенә ҡарата ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләй. #Милли_кейем #День_национального_костюма