#МойЯзыкМояГордость2026. 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. Тел – халыҡтың мат... — 20 февраля 2026 г. в 04:52:31.424
#МойЯзыкМояГордость2026. 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Башҡортостан - йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәгән күп милләтле төбәк. Республикабыҙҙа башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, украин, мордва, немец һәм башҡа милләт вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, дәүләт телдәре булып башҡорт һәм рус телдәре тора. Һәр милләт өсөн туған теле - иң яҡын, иң ғәзиз тел, Беҙ, ошо ерҙең аҫаба халҡы булған башҡорттар ҙа туған башҡорт телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ. Килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!

