#ПервыйПрезидентРахимовМГ — 9 февраля 2026 г. в 10:12:20.095
#ПервыйПрезидентРахимовМГ #МҒРәхимов 7 февраль тәүге Президентыбыҙ М.Ғ.Рәхимовтың тыуыуына 92 йыл тула. Бөтә республика был көндә Ил ағаһын хәтергә ала. Беҙҙең мәктәптә, ауылда данлы яҡташыбыҙҙың иҫтәлегенә төрлө саралар ойошторолдо. "Урал" спорт-һауыҡтырыу комплексында волейбол һәм йөҙөү буйынса ярыштар үтте. Мәктәптә инде аҙналыҡ үткәрелде. Уҡыусылар төрлө конкурстарҙа ҡатнаштылар, экскурсияға барҙылар. Класс етәкселәре тематик дәрестәр үткәрҙе. йомғаҡлау кисәһе 6 февраль ойошторолдо. Кисәне шиғыр һөйләүселәр башлап ебәрҙеләр. Дәминдәров Сөләймәнгә, Мансурова Әминәгә, Алсынбаева Нәбиәләгә етеүсе булманы. Бөтә шиғыр һөйләүселәр ҙә рухланып, ғорурланып сығыш яһанылар. Артабан 5-селәр буласаҡ президенттың бала сағын, 7-селәр президентлыҡ эшмәкәрлеген ентекле һөйләнеләр. 8-селәр матур итеп Мортаза Рәхимовтың шәжәрәһен эшләгәндәр. Әбдрәхимов Илгизәр шәжәрәне аңлатты, Рәхимовтар- бәрәмәстәр нәҫелен һөйләне. Артабан Ил ағаһының тормош юлы буйынса викторина үткәрелде. Һорауҙарға дөрөҫ яуап биреп Дәминдәрова Әминә еңеүсе булды. Кисәне "Эх, Мортаза ағай!" йыры менән тамамланыҡ. Беҙ данлы яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, уның менән ғорурланабыҙ, хөрмәт итәбеҙ!

