#ПервыпрезидентРахимов — 6 февраля 2026 г. в 10:27:04.035
#ПервыпрезидентРахимов #МҒРәхимов Тәүәкән мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты М.Ғ.Рәхимовтың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән аҙналыҡ сиктәрендә башланғыс класс уҡыусылары музейға сәйәхәт ҡылдылар. Музейҙа беҙҙе бик йылы ҡаршыланылар. Ләлә Нурулла ҡыҙы башта беҙҙе хөрмәтле яҡташыбыҙға арналған бик бай йөкмәткеле һәм әһәмиәтле күргәҙмә менән таныштырҙы, М.Ғ.Рәхимовтың биографияһын һөйләп үтте. Артабан уҡыусылар музейҙағы М.Ғ.Рәхимовтың йәшәү һәм эшләү тормошон сағылдырған экспонаттар тураһында бик күп мәғлүмәттәр алдылар. Барыбыҙға ла был сәйәхәт оҡшаны, ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Музей мөдире Ләлә Нурулла ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

