#ДеньРодногоЯзыка2026 — 20 февраля 2026 г. в 15:32:07.581
#ДеньРодногоЯзыка2026 #Туғантелдәркөнө2026 Тәүәкән мәктәбендә Туған телдәр көнөнә арнап тел ҡәҙерен белгән яҡташтарыбыҙ менән осрашыу үткәрҙек. "Мораҙым" район гәзитенең хәбәрсеһе З.Биишева һәм Ш.Хоҙайбирҙин премиялары лауреаты, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы шағирә Айытҡолова Айгөл Рәжәп ҡыҙы, Тәүәкән моделле китапханаһы мөдире, шиғыр конкурстары еңеүсеһе Сәитбатталова Ләлә Нурулла ҡыҙы, ауылыбыҙ ағинәйе, район һәм республиканың төрлө йыр, фольклор һәм шиғыр конкурстары еңеүсеһе Нәҡиә Сәрүәретдин ҡыҙы Вәлитовалар уҡыусылар менән осрашыуға теләп килде. А.Айытҡолованың яңы сыҡҡан "Һағыныу" китабы менән танышыу кисәһе, шиғриәт кисәһе тип тә әйтергә була сарабыҙҙы. Нәҡиә апай, Ләлә Нурулла ҡыҙы шағирәнең төрлө йылдарҙа сыҡҡан шиғырҙарын хисле итеп уҡынылар. Бигерәк тә ауылдашыбыҙ, Ил ағаһы М.Ғ.Рәхимовҡа арналғандары көслө тәьҫир итте. Балалар ҙа ситтә ҡалманы. 5,6-сы класс уҡыусылары бөгөнгө көнгә ауаздаш булған "Һалдат һүҙе" шиғырын яттан һөйләнеләр. Осрашыу уҡыусыларҙың матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Аҙаҡ шағирә үҙе сығыш яһаны, шиғырҙарын уҡыны, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе. Туған телебеҙҙә ошолай аралашып, алдағы көндәрҙә лә билдәле яҡташтарыбыҙ менән осрашып торайыҡ, туған телдә һөйләшәйек, китаптар уҡыйыҡ, шиғырҙар ятлайыҡ. Ҡунаҡтарыбыҙға ижади уңыштар, яңы үрҙәр, һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

