#ДеньРодногоЯзыка2026 — 20 февраля 2026 г. в 15:34:47.295
#ДеньРодногоЯзыка2026 #Туғантелдәркөнө2026 21 февраль - Туған телдәр көнө. Тәүәкән моделле китапханаһы мөдире Сәитбатталова Ләлә Нурулла ҡыҙы был көндә уҡыусыларҙы йөкмәткеле сараға саҡырҙы. Ул төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар әҙерләгән. Мәҫәлән, ҡанатлы һүҙҙәрҙе бер һүҙ менән аңлатыу, шаян һорауҙарға яуап биреү, бирелгән хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөү һәм башҡалар. Уҡыусыларға был сара оҡшаны. мауыҡтырғыс уйындарҙа ҡатнашып, приздар алып ҡайттылар. Тел ҡәҙерен, һүҙ ҡәҙерен аңлатыусы Ләлә Нурулла ҡыҙына ҙур рәхмәт. Барығыҙҙы ла Туған телдәр көнөн менән ҡотлайбыҙ!Туған телен ҡәҙерләгән үҙе лә ҡәҙерле булыр. Ата-бабалар аманатын һаҡлайыҡ, балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә лә еткерәйек.

