Хөрмәтле ата-әсәләр! — 7 августа 2026 г. в 10:31:25.755
Хөрмәтле ата-әсәләр! ✨ Яңы уҡыу йылы башланыуына күп ваҡыт ҡалманы, шуға күрә мәктәп формаһын һатып алыу тураһында уйланырға ваҡыт етте. ✅Берҙәм мәктәп формаһы уҡыу атмосфераһын булдырыуға һәм мәктәп йолаларын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. ✅Беҙҙең мәктәптә лә форма буйынса дөйөм ҡағиҙәләр бар. ✅ Форманың төп төҫө — ҡара күк. ✅ Ҡыҙҙарҙың мәктәп формаһы: аҡ яға, аҡ манжеттар, аҡ алъяпҡыс. ✅Һалҡын көндәрҙә бер тондағы ҡара күк йәки ҡара, яҙыуһыҙ, һүрәтһеҙ, көләпәрәһеҙ йылы кофта рөхсәт ителә. ✅ Малайҙар һәм егеттәрҙең формаһы — ҡара-күк костюм менән салбар. 📌Тантаналы линейка, байрамдарҙа -аҡ күлдәк, галстук; ғәҙәти уҡыу көнөндә бер тондағы төҫлө күлдәк рөхсәт ителә, ә галстукты көндәлек мотлаҡ тағыу кәрәк. ✅Һалҡын көндәрҙә бер тондағы ҡара күк йәки ҡара жилет рөхсәт ителә. ✨ Мәктәп формаһындағы бер төрлө стилде һаҡлау балаларға уҡыуға күберәк иғтибар бирергә, команда рухын нығытырға ярҙам итә. ✨ Быйылғы уҡыу йылы башынан «Мәктәп формаһы тураһындағы» Положениеға ярашлы - икенсе алмаш аяҡ кейеме бар уҡыусылар өсөн дә ҡара төҫтәге туфли булырға тейеш. ✨Спорт аяҡ кейеме (кроссовки) - тик физкультура дәрестәре өсөн генә. ✨ Шуға күрә, беҙ һәр ата әсәгә ошо талаптарға ярашлы, сифатлы һәм уңайлы мәктәп формаһын ваҡытында һатып алырға тәҡдим итәбеҙ. 💫Яңы уҡыу йылы тыныс һәм ойошҡанлы башланһын!

