Бер кем дә онотолмай, бер нәмә лә онотолмай! 🕊9 май көнө Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына а... — 10 мая 2026 г. в 07:45:59.059
Бер кем дә онотолмай, бер нәмә лә онотолмай! 🕊9 май көнө Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы саралар үтте. Был көн олоһон да, кесеһен дә берләштерҙе, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең ҡаһарманлығын тағы бер ҡабат иҫкә төшөрҙө.✨ Байрам сараһы үҙенсәлекле һәм матур башланды — уҡыусылар «Еңеү вальсын» бейене. Моңло көй аҫтында өйөрөлгән парҙар беҙҙе алыҫтағы 1945 йылдың майына алып ҡайтҡандай булды.📽 Был сара тантаналы митинг менән дауам итте. Ветерандарға, тыл хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, һәләк булған геройҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Онотмауыбыҙҙың һәм сикһеҙ хөрмәтебеҙҙең билдәһе итеп обелисҡа сәскәләр һалынды. 👣 «Үлемһеҙ полк» маршы байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле булды. Ауылдаштар үҙ геройҙарының портреттарын ғорурлыҡ менән күтәреп сыҡты. Фронтта һәм тылда Еңеү яулаған ҡаһармандар бөгөн беҙҙең менән бер сафта атланы. Беҙ уларҙы иҫләгәндә — улар беҙҙең йөрәктәрҙә тере .🎶 Был мөһим көн байрам концерты менән тамамланды. Сәхнәнән һуғыш йылдарының яратҡан йырҙары, Тыуған ил һәм тыныслыҡ тураһындағы әҫәрҙәр яңғыраны.Был бөйөк байрамды бергә үткәргән һәр кемгә рәхмәт! Күгебеҙ һәр ваҡыт аяҙ, донъяларыбыҙ тыныс булһын!#9Май #ЕңеүКөнө #ТашбулатМәктәбе #ҮлемһеҙПолк #ЕңеүВальсы #БеҙОнотмайбыҙ #БеҙҒорурланабыҙ

