Ташбулат мәктәбе ярҙамы👏🏻 — 29 апреля 2026 г. в 14:32:53.925
Ташбулат мәктәбе ярҙамы👏🏻 Бөгөн Ташбулат урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында ҙур эш башҡарылды. Мәктәптең уҡытыусылар коллективы һалдаттар өсөн тушенка әҙерләне. Барыһы 177 банка! Консервалар яһау өсөн ит менән тәъмин итеүсе Ғайсин Камил Шамил улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Был мөһим эштә ярҙам иткән мәктәп ашнаҡсыларына, балалар баҡсаһы ашнаҡсыларына (Ишкилдина Айгөл Рафаэль ҡыҙы идаралығында) һәм Кужәхмәтова Зөлфиә Мөғәлләм ҡыҙына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бергә булғанда — беҙ көслө! Беҙҙең ярҙам яугирҙәргә өҫтәмә көс бирһен.

