МБОУ СОШ села Верхнеиткулово МР Ишимбайский район РБ
Образование · 5 июня 2026 г.
Лагерь иртәһе һәр көндәгесә инструктаж, иртәнге зарядканан башлана.Иртәнге аштан һуң Әм... — 5 июня 2026 г. в 14:09:01.867
Лагерь иртәһе һәр көндәгесә инструктаж, иртәнге зарядканан башлана.Иртәнге аштан һуң Әмир Әсҡәт улы төрлө ярыш төрҙәрен ҡулланып "Күңелле старттар" үткәрҙе. Балалар ярышта ихлас ҡатнаштылар. Бөгөнгө көн бөйөк рус яҙыусыһы А.С.Пушкиндың тыуған көнөнә һәм Рус теле көнөнә арналған саралар менән бай булды. Уҡыусылар Мәҙинә Әхмәт ҡыҙы менэн бергә рус теленең бай һәм матур булыуы тураһында һөйләштеләр. А.С.Пушкиндың ижадына арналған викторинала ҡатнаштылар, әкиәттәр ҡаранылар,шиғыр уҡынылар, һүрәттәр төшөрҙөләр . Көн бик файҙалы үтте.!

