МБОУ СОШ села Верхнеиткулово МР Ишимбайский район РБ
Образование · 18 июня 2026 г.
Бөгөн "Дуҫлыҡ" һауыҡтырыу лагеры тәрбиәләнеүселәре Уразбай ауылы клубына,китапханаһына ...
Бөгөн "Дуҫлыҡ" һауыҡтырыу лагеры тәрбиәләнеүселәре Уразбай ауылы клубына,китапханаһына экскурсияға килделәр. Клуб мөдире Римма Файруз ҡыҙы, китапханасы Фатима Сибәғәт ҡыҙы балаларҙы ихлас ҡаршы алдылар. Ике командаға бүлеп ҡыҙыҡлы ярыштар үткәрелде . Китапханаға, мәктәпкә кереп волонтер инәй-апайҙарҙың эше менән танышып сыҡтылар. Балаларға клубта дискотека ла ойошторолдо. Дәртле көйҙәргә күмәкләшеп бейенеләр. Көн бик матур үтте. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!