Перейти к содержимому
Максиметер

Бөгөн Үрге Этҡол мәктәбендә беҙҙең өсөн әһәмиәтле акция - башҡорт теленән халыҡ-ара ди...

Бөгөн Үрге Этҡол мәктәбендә беҙҙең өсөн әһәмиәтле акция - башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтте. Унда уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, педагогтар әүҙем ҡатнашты. Беҙ "Тел — халҡыбыҙҙың рухи байлығы"лозунгыһы аҫтында үткән акцияға ғорурланып ҡушылдыҡ. Диктанттың "Беҙҙең көс" тип аталған махсус тексын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар һәм яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин яҙған һәм ул башҡорт телен иркен белгәндәр өсөн тәғәйенләнгән. Диктанттың тексын Заһиҙуллина Әминә Плюр ҡыҙы уҡыны. Уның профессионаллеге һәм илһамланыуы арҡаһында ҡатнашыусыларыбыҙ туған тел һәм мәҙәниәт мөхитенә сумды. Бындай саралар йолаларыбыҙ менән бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ һәм балаларға туған телгә һөйөүҙе үҫтерергә ярҙам итә, тип ышанабыҙ. Барығыҙға ла ҡатнашҡанығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! 💚 #башҡорттелендәдиктант #башдиктант #башдиктант2026 #диктантпобашкирскомуязыку #башҡортсадиктантяҙам

353 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

65 подписчиков · Образование

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.