МБОУ СОШ села Верхнеиткулово МР Ишимбайский район РБ
Образование · 18 февраля 2026 г.
Бөгөн , 18 февраль, Үрге Этҡол урта мәктәбендә 23 февраль- Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...
Бөгөн , 18 февраль, Үрге Этҡол урта мәктәбендә 23 февраль- Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам сараһы уҙҙы. Был байрам ата-бабалар менән йәш быуындың ныҡлы бәйләнешен һәм хәрби йолаларҙың күсәгилешлеген сағылдыра, Тыуған илгә фиҙаҡәр хеҙмәтте данлай. Тыуған илде һаҡлау рәсәйлеләрҙең изге бурысы булды һәм булып ҡала. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, үҙ ғүмерҙәрен аямай, аяуһыҙ һуғыштарҙа Ватаныбыҙҙың азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған, башҡа халыҡтарға ярҙам иткән. Ватанды һаҡлау элек-электән ир-егеттең изге бурысы һаналған. Был изге хеҙмәтте ата-бабаларыбыҙ ҙа һәр ваҡыт намыҫ менән башҡарған. Бөгөнгө көндә лә егеттәребеҙ традицияны дауам итеп, ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың, республикабыҙың намыҫына тап төшөрмәй хәрби бурысын тейешле үтәйҙәр. Улар киләсәктә лә һынатмаҫ, Тыуған ил алдындағы яуаплылыҡты лайыҡлы үтәрҙәр, тип ышанабыҙ. Бөгөн яугирҙарыбыҙҙың батырлығы һәм ҡеүәте Рәсәйҙең именлек һәм суверенитет нигеҙе булып тора. Һеҙҙең рух көсө, берҙәмлек һәм бурысҡа тоғролоҡ – ысын илһөйәрлек өлгөһө! Был көндө беҙ үҙҙәрен хәрби хеҙмәткә бағышлаған көслө һәм ҡыйыуҙарға, Ватаныбыҙҙың милли мәнфәғәттәрен яҡлаған һуғыш һәм локаль бәрелештәр ветерандарына, бөгөн дә Ҡораллы Көстәр частарында һәм подразделениеларында хәрби дежурҙа торған яҡташтарыбыҙға, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, халыҡ-ара терроризмға ҡаршы көрәшкән барлыҡ яугир-контрактсыларға, ирекмәндәргә һәм мобилизацияланған граждандарыбыҙға Тыуған илгә тоғро ҡалып, намыҫ менән хеҙмәт иткәндәрҙе һәм бөгөн ил һағында тороусы егеттәрҙе тәбрикләйбеҙ һәм уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, хөрмәт күрһәтәбеҙ. Байрам сараһында Афған һуғышы ветерандары Азамат Әсҡәт улы Арсланбаев,Наил Рәис улы Сәйфуллин, Чечня һуғышы ветерандары Әлфир Әсҡәт улы Арсланбаев, Ильяс Ишмөхәмәт улы Ишмурзин Украина ла барған махсус хәрби операция яугирҙаре Рәмил Ғайса улы Рахматуллин, Азамат Шәфҡәт улы Ваһапов ҡатнаштылар. Байрам айҡанлы уларға барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы һәм эштәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ!