«Позывной “Башҡорт”» китабының исем туйы — 11 июня 2026 г. в 11:18:32.377
«Позывной “Башҡорт”» китабының исем туйы Китап байрам сиктәрендә район үҙәк китапханаһында республикабыҙҙың халыҡ шағирәһе, билдәле журналисы, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, «Аҡбуҙат» – республика балалар өсөн әҙәби-нәфис журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы һәм Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаның Махсус хәрби операция геройҙары тураһында рус телендә донъя күргән “Позывной «Башкир” исемле китабының исем туйы үтте. Сарала китап һөйөүселәр, уҡыусылар, ил сиге һаҡсылары, китапханасылар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатындары ҡатнашты һәм сығыш яһаны. 2026 йылда донъя күргән китап махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҙмыштарына, Ватан һаҡсыларының батырлығына һәм уларҙың ғаиләләренең рух ныҡлығына бағышланған. Уны илдең билдәле Мәскәүҙә «АСТ» һәм «Ленинград» нәшриәттәрендә 1,5 мең дана итеп баҫып сығарҙылар. Бөгөн уны Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, ә бөтә Рәсәй буйынса яҙҙырып алырға мөмкин. Китап шағирәнең махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаға барғанында осрашҡан, һөйләшкән яугирҙар менән әңгәмәләре, уларҙың фронт хәтирәләре, юлъяҙмаларҙан тора. “Мин был китапты һәр тарихты күңелем аша үткәреп яҙҙым. Бында яҙылғандар уйлап сығарылмаған, ә дөрөҫлөк. Был яугирҙарыбыҙ яҙмышы, уларҙың һыҙланыуҙары, көсө, һайлаған юлы. Һәр интервью, һәр һөйләм — онотолмаҫлыҡ һөйләшеүҙәр. Минең башҡаса яҙырға хаҡым юҡ ине: тик дөрөҫтө, тик ысынлап”, — ти Лариса Абдуллина. Шулай уҡ был китапта хәбәрселәрҙең, табибтарҙың, поварҙарҙың һуғыш яланындағы фиҙакәр хеҙмәте хаҡында ла яҙылған, тылдағыларҙан күргән оло ярҙам, яугирҙәр тарафынан уларға әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре лә телгә алынған. Китапта яҙыусының бер нисә хикәйәһе лә урын алған. Ғөмүмән, китап уҡымлы, әһәмиәтле, хәҙерге Ватан һаҡсыларының батырлығы тураһындағы хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә һәм киләсәк быуындар өсөн мөһим дәлил булып тора. Хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүселәр! Әгәр ҙә Лариса Абдуллинаның “Позывной «Башкир” китабы менән яҡындан танышырға теләүселәр булһа, китапханаға рәхим итегеҙ!

