“Китап-байрам” гөрләп үтте — 11 июня 2026 г. в 11:17:18.279
“Китап-байрам” гөрләп үтте 28-30 майҙа республикала «Китап-байрам» IV Халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙа. Уның сиктәрендә район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы тарафынан район мәҙәниәт һарайы алдында Китап байрамы ойошторолдо. Киң йөкмәткеле байрам сараһына 400 ашыу төрлө йәштәге китап һөйөүселәр йыйылды. Байрамды асып, социаль мәсьәләләр буйынса Хакимиәт башлығы урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева сығыш яһаны. Ул сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланы һәм Бөтә Рәсәй китапханалар көнө уңайынан бер төркөм китапханасыларҙы бүләкләп китте. Балалалар район китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы Ләйлә Азат ҡыҙы Ишкинина Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Мораҙым ауылы китапханасыһы Зәлиә Харис ҡыҙы Тулыбаева, Ғәҙелгәрәй ауыл китапханасыһы Гөлфиә Зәбир ҡыҙы Сирбаева, Нәби ауылы китапханасыһы Роза Ҡадир ҡыҙы Тләүбаева, Ғәлиәкбәр ауылы китапханасыһы Лилиә Сәғит ҡыҙы Толомғужина Бөрйән районы муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр. Коллегаларыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Байрамда күренекле шағирә, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге район әҙәби премияһы лауреаты Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина, халыҡ сәсәниәһе Гүзәл Әбдразаҡ ҡыҙы Һырлыбаева, әүҙем китап уҡыусы Флүрә Садрислам ҡыҙы Валиуллиналар ҡатнашты. Уларҙың бай йөкмәткеле сығыштары бик фәһемле булды. Китап уҡырға яратыусы балалар исеменән Яңы Собханғол ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5- се класс уҡыусыһы Ильяна Ҡарағолова һәм 7- се класс уҡыусыһы Айһылыу Ҡарағолова, Иҫке Монасип мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Динир Ҡотлобаевтар сығыш яһаны. Китап байрамы уңайынан ойошторолған “Китапханаға китап бүләк ит!” акцияһында ихлас ҡатнашыусы Нәйлә Тимерйән ҡыҙы Ишкинина, шағирә Флүрә Мәһәҙи ҡыҙы Маликова- Йомағужина һәм яҙыусы Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы Ҡасимовалар билдәләп кителде. Шулай уҡ Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан балалар араһында үткән «Күктә – ҡояш, янда – атай, әсәй!» район һүрәт төшөрөү конкурсы еңеүселәре, балалар китапханаһында эшләп килгән “Тирмәкәй” ҡурсаҡ театрының әртистәре тәбрикләнде. Китапханалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән дуҫтарыбыҙға ла Рәхмәт хаттары тапшырылды. Байрам программаһы бик бай һәм ҡыҙыҡлы булды. Ҡунаҡтар өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләне. “Өләсәйем һандығы” майҙансығы милли мәҙәниәт, халыҡ йолаларын үҙ итеүселәрҙе йыйҙы. Милли кейемдәге өләсәйҙәр эргәһенән балалар өҙөлмәне. Бигерәк тә боронғо уйындарҙы ҡыҙыҡһынып уйнанылар. “Бөтәһе лә еңеү өсөн” майҙансығында маскировка селтәре үрергә, “ҡоро душ” эшләргә өйрәнергә, МХО яугирҙарына хат яҙырға мөмкин ине. “Беҙ баласаҡ иленән”, “Әҙәби ҡунаҡхана” майҙансыҡтары ла гөрләп торҙо. Балалар китап ҡыҫтырғысы эшләү буйынса мастер-класта, әкиәт геройҙары Мальвина, Белмәҫйән, Мәскәй әбей, Маша, Ҡыҙыл ҡалпаҡ, Клоун ойошторған күңелле уйындарҙа теләп ҡатнаштылар, “Әҙәби микрофон”да яратҡан шиғырҙарын һөйләнеләр. “Тирмәкәй” ҡурсаҡ театры әҙерләгән тамашаны бөтәһе лә яратып ҡараны. Тамашасылар «Йүгерек китап» акцияһында ла бик теләп ҡатнаштылар. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы тәҡдим иткән күргәҙмә, ҡул эштәре оҫталарының һатыу нөктәләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Матур концерт номерҙары сараны тағы ла күркәмләп ебәрҙе. Бөгөн шулай уҡ Ил сиге һаҡсылары көнө билдәләнә. Байрам сиктәрендә ветеран-пограничниктар Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллинаның «Позывной «Башкир» исемле китабының презентацияһында ҡатнаштылар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ватан һаҡсыларының яҙмышына, батырлығына, уларҙың ғаиләләренең рух ныҡлығына бағышланған китап берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Рух байрамы тамашасылар күңелендә тик матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.

