Китаптың исем туйы үтте — 11 июня 2026 г. в 11:09:56.791
Китаптың исем туйы үтте Ғәҙелгәрәй ауылы мәҙәниәт йортонда сәсән телле шағирә, райондың «Баҙал» әҙәби берекмәһе ағзаһы Флүрә Мәһәҙи ҡыҙы Маликова — Йомағужинаның “Шүлгән башы » исемле китабының исем туйы үтте. Сарала район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин, уның урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәнил Мәғәфүр улы Кинйәғолов, район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Әлфиә Ғәззәли ҡыҙы Кинйәбулатова, “Баҙал” әҙәби ижад берекмәһе ағзалары, республикабыҙҙың күренекле шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәмзилә Хисаметдинова, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премиялар лауреаты Сәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов, күренекле шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге район әҙәби премияһы лауреаты Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина, шағирә, хикәйәләр оҫтаһы, “Тан” гәзите редакцияһынын директор- баш мөхәррир урынбаҫары Танһылыу Сәйфетдин ҡыҙы Баһауетдинова, һүҙ оҫтаһы Мөнир Абдулла улы Файзуллин, халыҡ сәсәниәһе Гүзәл Әбдразаҡ ҡыҙы Һырлыбаева, “Таң” гәзите хеҙмәткәре, фотограф Булат Самат улы Тимерғәлиев, китапханасылар, шағирәнең балалары, туғандары, ауылдаштары ҡатнашты һәм шатлығын уртаҡлашты, изге теләктәрен еткерҙе. Флүрә Мәһәҙи ҡыҙы Байназар ауылы ҡыҙы. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында 22 — се почта бүлексәһендә башлай, артабан Бөрйән районы халыҡ судында, “Шүлгәнташ” совхозында эшләп хаҡлы ялға сыға. Шиғырҙарҙы йәш саҡтан яҙа ул. “Башҡортостан”, “Йәшлек” республика, “Таң”, “Урал” район гәзиттәрендә, “Йәш көстәр” альманахында шиғри шәлкемдәре баҫылып сыға. “Был ғүмерҙәр…” тигән шиғри йыйынтығы Сибайҙа 2020 йылда донъя күрә. Ижад емештәрен интернетта сәхифәһенә ҡуйып бара. Уларҙы баһалап, яратып уҡып барыусылар, ятлап һөйләүселәр ҙә бихисап. Флүрә Мәһәҙи ҡыҙы тынғыһыҙ замандаштарыбыҙҙың береһе. Ижад менән шөғөлләнә, ауылда үткән сараларҙың уртаһында ҡайнай. Илебеҙ киләсәге һәм телебеҙ яҙмышы өсөн борсола. Яҙыусы әйтмешләй, йөрәгендә “мәңге һүнмәй торған ҡуҙҙар бар”. Күркәм сарала район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы ҡәләм оҫтаһы Флүрә Йомағужинаға Самат Ғәбиҙуллин исемендәге район премияһын тапшырҙы. Йыр – моң менән үрелеп барған ижад байрамы һәр кемдең күңеленә хуш килде.

