Башҡортса диктант яҙҙылар — 11 июня 2026 г. в 11:10:33.599
Башҡортса диктант яҙҙылар 17 апрель район үҙәк китапханаһында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтте. Акцияла район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин да ҡатнашты. Мөнир Ҡунафиндың “Беҙҙең көс” тип аталған текстын Әлфиә Кинйәбулатова уҡыны. Халҡыбыҙҙы берләштереүсе был шәп сара быйыл ун беренсе тапҡыр уҙа. Диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл күбәйеүе бигерәк ҡыуаныслы күренеш. Быйылғы диктанттың текст темалары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналды.

