Башҡорт теле – туған телем — 22 декабря 2025 г. в 04:40:20.853
Башҡорт теле – туған телем 14 декабрь — Башҡорт теле көнө. Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө айҡанлы билдәләнгән был көн телебеҙгә хөрмәт, киләсәк быуынға тапшырыласаҡ изге аманат булып тора. Башҡорт теле көнө райондағы китапханаларҙа төрлө саралар менән билдәләнде. Китап күргәҙмәләре, тематик кисәләр, әңгәмәләр, мәғлүмәт сәғәттәре, викториналар, башҡа төрлө акциялар китапханаға ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Әтек ауылы китапханаһында, Башҡорт теле көнөнә арналған «Башҡорт уйыны» өҫтәл уйыны үтте. Тел өйрәнеү өсөн өҫтәл уйыны – киң таралған һәм отошло алым. Уйын ярҙамында һәр кемде телде өйрәнеүгә йәлеп итергә мөмкин. Беренсенән бындай уйындар башҡорт телен өйрәтеүҙә, уларҙың телмәр байлығын артырыуҙа ҙур ярҙамсы. Икенсенән, милли мөхит, мәҙәниәтебеҙ менән таныштыра һәм йәнле аралашыу ҙа ул. Тулыраҡ мәғлүмәт: https://burzyancbs.ru/2025/12/15/bash-ort-tele-tu-an-telem-3/

