Байназар ауылы моделле китапханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең ата... — 11 декабря 2025 г. в 07:26:42.412
Байназар ауылы моделле китапханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең ата – әсәләре, тормош иптәштәре, туғандары менән осрашыу үҙғарылды. Сарала “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Мәүсилә Нурғәле ҡыҙы Ямғурсина, ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Әлфир Фауарис улы Йосопов, хәрби иҫәп буйынса белгес Гүзәл Илдус ҡыҙы Азанғолова хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында һөйләп үттеләр. Ауылдың имам хатибы Урал Әнүәр улы Маликов яуҙа һәләк булған ир- егеттәребеҙҙең яҡты рухына, һәм дә әлеге ваҡытта махсус операцияла булған егеттәребеҙҙең иҫән – һау йөрөп ҡайтыуҙарына бағышлап аяттар уҡыны. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәренең изге теләктәрен, борсоған һорауҙары менән уртаҡлашып, сәй табынында әңгәмә ҡорҙолар.

