#Сығарылыш — 27 мая 2026 г. в 18:15:47.290
#Сығарылыш #Аҡһылыубалаларбаҡсаһы Балалар баҡсаһында сығарылыш иртәлеге кескәйҙәр өсөн дә, ата- әсәләр, тәрбиәселәр өсөн дә тулҡынландырғыс та, шатлыҡлы ла ваҡиға. «Аҡһылыу» балалар баҡсаһы «Айыуҡай» төркөмө тәрбиәләнеүселәре баҡса менән хушлашты. Сығарылыш иртәлеге таланттар йондоҙлоғона әүерелде. Һәр бала һәләтен, белемен күрһәтте. Байрамда әкиәт геройы Шапокляктың ҡатнашыуы балаларҙың кәйефен күтәреп, йәнләндереп ебәрҙе. Ә инде балаларҙың ата- әсәйҙәре менән бергә бейеүҙәре иң тулҡынландырғыс һәм хисле булды. Ҡәҙерле балаларыбыҙға мәктәп тормошонда тик уңыштар ғына теләйбеҙ!

