#АлтынКөҙ
#АлтынКөҙ #золотаяОсень Һары, һары Һары япраҡ ҡойола Әллә инде, әллә инде Ергә алтын ҡойола «Аҡһылыу» балалар баҡсаһының «Айыуҡай» төркөмөндә «Алтын көҙ килде!» аҙналығы үтте. Бай йөкмәткеле белем биреү эшмәкәрлектәре үткәрелде. Балалар шиғырҙарҙа, йырҙарҙа көҙҙөң матурлығын асып һалһалар, ә бына йомаҡ- мәҡәлдәрҙә уңышҡа бай миҙгел икәнен иҫбатланылар. Саф һауаға сыҡҡанда балалар аяҡ аҫтындағы алтын япраҡтарҙың шаулауын тыңланылар, төрлө уйындар уйнанылар:«Япрағына ҡарап ағасты тап», «Төҫлө япраҡтар», «Япраҡтар оса».