Бөгөн район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сиратта... — 15 декабря 2025 г. в 12:03:19.906
Бөгөн район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы оператив кәңәшмә үткәрелде. Райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ағымдағы хәл буйынса сығыштар тыңланыҡ. Дөйөм алғанда, районда хәл тотороҡло килә. Транспорт һәм мөлкәт һалымдарын йыйыу торошо, ауыл биләмәләрендә бурыслылар менән адреслы эште әүҙемләштереү кәрәклеге тураһында мәсьәләләр ҡаралды. Бөгөнгө көндә районда транспорт һәм ер һалымдарын, шулай уҡ физик шәхестәрҙең мөлкәт һалым түләү буйынса дөйөм бурыс 15 миллион һум самаһы тәшкил итә. Һалым бурысын һалым түләүсенең Шәхси кабинеты йәки уның “Налоги ФЛ” мобиль версияһы, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша тикшерергә, Күп функциялы үҙәктә һәм ауыл биләмәһе хакимиәтендә белешергә мөмкин. Һалым бурыстарын тиҙ арала ҡапларға һәм Яңы йылды бурыстарһыҙ ҡаршыларға саҡырам! Шулай уҡ мөлкәт һалымын түләп барыу бурыс ҡына түгел, район үҫешенә үҙ өлөшөңдө индереү мөмкинлеге булыуын аңлау мөһим. Ағымдағы йылдың уҙған осорона һалым булмаған түләүҙәрҙе йыйыу һәм ер участкаларын ҡуртымға биреү тураһында һорау ҡаралды. Муниципалитеттың ерен ҡуртымға алған өсөн түләүҙәр ҙә урындағы ихтыяждарҙы финанслау, инфраструктураны үҫтереү һәм социаль бурыстарҙы хәл итеү өсөн файҙаланыла. Киләһе аҙнала район халҡы исеменән махсус хәрби операция зонаһына сираттағы гуманитар конвой оҙатыласаҡ. М.М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы тарафынан гуманитар ярҙам туплау өсөн аҡса йыйыу дауам итә. Һәр кем үҙ мөмкинлегенә ҡарап ярҙам итә ала. Ә шәхси посылкалар (Донецк Халыҡ Республикаһы, Запорожье йүнәлешендә хеҙмәт иткән райондаштарға) 20 декабргә тиклем район мәҙәниәт һарайында ҡабул ителә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Бөрйән районын илһөйәрлекте нығытыуға һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауға тос өлөш индергәне, Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә үткән әһәмиәтле сараларҙы ойоштороуҙа, үткәреүҙә һәм яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләне. Ысын күңелдән Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайын, район халҡын ҡотлайым. Берҙәмлек уңыштың нигеҙе булып тора. Тыуған районы мәнфәғәтенә булған дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Барығыҙға ла яҡшы кәйеф һәм уңышлы эш аҙнаһы теләйем! Сегодня провели очередное оперативное совещание с руководителями районных организаций и главами сельских поселений. Были рассмотрены вопросы об оперативной обстановке, эпидемиологической обстановке в районе. В целом по району обстановка стабильная. Рассмотрели вопросы о состоянии собираемости транспортного и имущественного налогов, о необходимости активизации адресной работы с должниками в сельских поселениях. На сегодняшний день общая задолженность жителей района по уплате транспортного и земельного налогов, а также налога на имущество физических лиц составляет порядка 15 миллионов рублей. Проверить и оперативно погасить налоговую задолженность поможет Личный кабинет налогоплательщика или его мобильная версия "Налоги ФЛ". Сведения о налоговой задолженности также доступны на портале "Госуслуги", можно узнать в МФЦ и администрации своего сельского поселения. Призываю должников оплатить задолженность по налоговым платежам в ближайшее время и встретить Новый год – без долгов. Также важно понимать, что уплата имущественных налогов – это не только обязанность, но и возможность внести свой вклад в развитие нашего района. Рассмотрели вопрос о собираемости неналоговых платежей и аренде земельных участков за прошедший период текущего года. Платежи за аренду земли, принадлежащей муниципалитету, также используются для финансирования местных нужд, развития инфраструктуры и решения социальных задач. На следующей неделе состоится отправка очередного гуманитарного конвоя от имени жителей района в зону проведения СВО. Волонтерским штабом им. М.М. Шаймуратова продолжается сбор денежных средств для приобретения гуманитарной помощи. Каждый желающий может помочь по мере своих возможностей. А индивидуальные посылки для участников СВО (служащих в ДНР и Запорожье) будут приниматься до 20 декабря в

