8 ИЮНЬ – “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ КӨНӨ 📜 — 8 июня 2026 г. в 17:03:46.763
8 ИЮНЬ – “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ КӨНӨ 📜 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Бойороғона ярашлы, 2025 йылдың 8 июнендә Башҡортостанда тәүге тапҡыр “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнә. 🗓️✨ Был көн башҡорт халыҡ эпосын һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында булдырылды. 🛡️📚 «Урал батыр» эпосы ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән. 🌍🏛️ Башҡорт халҡының рухи мираҫы, изге ҡомартҡыһы булған «Урал батыр» эпосы беҙҙең 2‑се Этҡол ауылында мәшһүр сәсәндәребеҙ Хәмит Әлмөхәмәтов һәм Ғәбит Арғынбаевтарҙан фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алынған. ✍️👥 Был иң изге ҡомартҡыларҙың береһе, бөтәбеҙ ҙә шуны күңелебеҙ менән аңларға, ҡабул итергә һәм артабан да үҫешенә ҙур өлөш индерергә тейешбеҙ. ❤️ Шулай уҡ, ауылдашыбыҙ ғалим, тел белгесе, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ғәйнислам Ибраһимов, эпосты төрөк теленә тәржемә итеп, милли ҡомартҡыбыҙҙы бөтә төрки донъяһына танытты. 🌐 Был беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ!!! 👏❤ “Урал батыр” эпосы көнөнә арнап, 6 июндә Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы янындағы Хәмит сәсән утарында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең «Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала» тигән республика бәйгеһе үтте. 🎪🎤 Был сарала беҙҙең мәктәптән биш уҡыусы ҡатнашып, уңышлы сығыш яһанылар. Афарин!!! 🏆👦 Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр “Урал батыр” эпосы һәр заманда ла, һәр ваҡытта ла 2‑се Этҡолдар күңелендә, йөрәгендә, ҡанында, зиһенендә, рухында йәшәне, бар һәм буласаҡ! 🌿💫 "УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ КӨНӨ МЕНӘН!!! 💐

