💥Ҡыуаныслы яңылыҡ 💥 — 21 июля 2026 г. в 06:24:34.006
💥Ҡыуаныслы яңылыҡ 💥 11-се класс уҡыусыһы Мәмбәтҡолов Айгиз Илшат улы мәктәпте көмөш миҙалға тамамланы!!!💥✊🎊💯 Уҡыусыбыҙ ата-әсәһенең, тыуған мәктәбенең ғорурлығы! Айгиз!!! Артабан да белемең менән халҡыңа, илеңә тоғро хеҙмәт итергә, яңы үрҙәр яуларға яҙһын. Юлың һәр саҡ яҡты, күңелең тыныс булһын. Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын, бәхет, һаулыҡ һәм уңыш һәр ваҡыт һиңә юлдаш, көмөш миҙалың яңы еңеүҙәреңдең башланғысы ғына булһын!!! Алдағы тормошоңда ҙур ҡаҙаныштар, бәхетле көндәр көтһөн! Афарин, Айгиз! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!!! Аҡ юл һиңә!!!

