"Таҙа кесаҙна" сиктәрендә өмә үткәрҙек!
"Таҙа кесаҙна" сиктәрендә өмә үткәрҙек! Мәктәп коллективы һәм уҡыусылар тирә - яҡты сүп - сарҙан таҙартырға сыҡтыҡ. Дәррәү эшләп, мәктәп яны территорияһын, стадионды һәм уның эргә - тирәһен, йылға һәм юл буйҙарын ҡыйҙан таҙарттыҡ. Һәр бала, ауылдың таҙалығы өсөн, үҙенең өлөшөн индереп ҡалдырырға тырышты: башланғыс һәм урта кластар юл буйҙарын таҙалаһа, 8-9 - сы класс уҡыусылары Рәжәп йылғаһын, уның ярҙарын сүп - сарҙан арындырҙы. Ауылыбыҙ йәмләнеп, тирә - яғыбыҙ иркен тын алып ҡалды. Һәр бер кеше йәшәгән ере, уның таҙалығы өсөн яуаплылыҡ тойһа, ауылыбыҙ күпкә йәмлерәк һәм таҙараҡ булыр ине. Тыуған еребеҙҙең йәме беҙҙең ҡулда!