11 октябрь - Башҡортостан республикаһы көнө.
11 октябрь - Башҡортостан республикаһы көнө. Беҙҙең мәктәптә Башҡортостан республикаһы көнөнә арналған тантаналы линейка үтте. Гүзәлиә Әкрәм ҡыҙы етәкселегендә 8- се класс уҡыусылары Республикабыҙға арналған шиғырҙар ятланы, илебеҙҙең төп символдары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт еткерҙе, викторина һорауҙарына яуаптар алды. Башҡортостандың ете мөғжизәһе тураһында әҙерләнгән презентация уҡыусылар өсөн бигерәк тә фәһемле булды. 7-8 класс егеттәренең Башҡортостанға арналған йыры бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тантаналы линейка, байрам кәйефе бүләк итеү менән бер рәттән, тыуған илебеҙ тураһында бик күп мәғлүмәт еткерҙе, уҡыусыларҙа тыуған илгә, уның халҡына, тәбиғәтенә, тәбиғи ҡомартҡыларына ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләне.