28-се тапҡыр үткәрелгән «Урал батыр» республика конкурсы Әбйәлил районы ҡатнашыусылары ... — 30 мая 2026 г. в 17:47:17.965
28-се тапҡыр үткәрелгән «Урал батыр» республика конкурсы Әбйәлил районы ҡатнашыусылары өсөн ҙур уңыштар менән тамамланды! Яңғыҙ башҡарыусылар араһынан утыҙға яҡын конкурсант көс һынашты. Бында түбәндәге еңеүселәр билдәләнде: 💫 1-се урынға — Байым урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Миндебаев Рамаҙан; 💫 2-се урынға — Хәлил балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Мөхтәрова Алһыу; 💫 3-сө урынға — «Хазина» полилингваль мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Намаҙбаева Нәйлә лайыҡ булды. 💫 Шулай уҡ Хәлил мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Мөхтәрова Асия иң яҡшылар иҫәбендә номинацияла билдәләнде. Фольклор коллективтар араһында ла район данын юғары тоттолар: 🌟 1-се урында — «Теремок» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре (өс йыл рәттән беренсе урынды яулайҙар); 🌟 2-се урында — «Хазина» полилингваль мәктәбе уҡыусылары; 🌟 3-сө урында — Хәлил мәктәбе уҡыусылары. Ошо күркәм еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!🎉🎉🎉 Балаларға дәрт, илһам һәм оҫталыҡ бүләк иткәндәре, уларҙы әҙерләгәндәре өсөн етәксе- уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 💐 Шулай уҡ, уңыштарыбыҙҙың нигеҙе булған, балаларҙың хыялдарына ышаныс һәм көс өҫтәп торған ата-әсәләргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. 🎉🎉🎉 Еңеүселәрҙе тағы ла бер тапҡыр тәбрикләйбеҙ!

