“Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса зона конкурсы үтте. — 28 апреля 2026 г. в 09:10:26.978
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса зона конкурсы үтте. 24 апрелдә Асҡар ауылында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса зональ конкурс уҙҙы. Был сараға күрше райондарҙан һәм ҡалаларҙан йәш сәсәндәр, эпосты һөйөүселәр йыйылды. Конкурста барлығы 8 район һәм 1 ҡаланан йөҙҙән ашыу бала йыйылды. Балалар эпосты яңғыҙ һөйләүҙә һәм сәхнәлләштереүҙә көс һынашты. Сара юғары кимәлдә үтте: сәхнә биҙәлеше, милли костюмдар, сығыш яһаусыларҙың дәрте, актерлығы барыһын да таң ҡалдырҙы. Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең эпостың төрлө өҙөктәрен яттан тасуири итеп һөйләүе, үҙ-ара ярышып, рухи көс туплауы — был көндөң иң күркәм күренеше булды. Жюри ағзалары сығыштарҙы баһалағанда, эпостың мәғәнәһен аңлап, тасуири итеп һөйләүгә, сәхнә оҫталығына иғтибар итте. Беҙҙең район балалары яҡшы результаттар күрһәтте: 1 урын – Мохтарова Алһыу, Хәлил ауылы балалар баҡсаһы (ет. Ғәлина Ф.М.) 1 урын – Намаҙбаева Нәйлә, Асҡар ауылы “Хазина” полилингваль күп профилле мәктәбе, 1 класс. (ет.Әхмәтшина З.Й.) 1 урын - Асҡар ауылы “Хазина” полилингваль күп профилле мәктәбе фольклор коллективы (ет.Дауытова Л.А., Рәхмәтова Р.Н.) 2 урын – Ирхан һәм Асман Ғәббәсовтар, Байым урта мәктәбе 1 һәм 2 класс уҡыусылары (ет.Ғабдуллина Т.М., Йосопова Ф.А.) 2 урын – Асҡар ауылы “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы фольклор коллективы (ет. Сәйетғәлина Ә.В., Ғүмәрова Г.Р.) 3 урын – Мохтарова Асия, Хәлил урта мәктәбе. 1 класс (ет.Ғәлина Ф.М.) 3 урын – Миңдебаев Рамаҙан, Байым урта мәктәбе, 4 класс (ет.Абсаҙыева Д.Х.) 3 урын – Асҡар ауылы “Березка” балалар баҡсаһы фольклор коллективы (ет. Ишмырҙина З.З., Ғилманова Л.С.) 3 урын – Хәлил урта мәктәбе фольклор коллективы (ет.Ғәлина Ф.М., Шөғөрова Г.А.) Төрлө номинацияларға лайыҡ булдылар: Вәлиева Алина – Амангилде ауылы балалар баҡсаһы (ет.Әхмәтҡужина Р.И.) Шәһивәлиева Илзирә – Буранғол ауылы балалар баҡсаһы (ет.Әхмәтова Р.Р.) Зыяева Нургизә – Асҡар ауылы “Сулпылар” балалар баҡсаһы (ет.Уразбахтина Л.Ф.) Сәйетғәлин Рамаҙан – 3 класс, Байым урта мәктәбе (ет.Толонғужина З.И.) Дауытова Нурия – 7 класс. Ҡаҙмаш урта мәктәбе (ет. Абдрахманова Г.Р.) Тупаҡ урта мәктәбе фольклор коллективы ( ет.Нәжметдинова Ф.Т.) 👏 Бәйгенең еңеүселәрен һәм уларҙың етәкселәрен ҙур ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ. Артабан улар районыбыҙҙың данын республика этабында ла лайыҡлы яҡлап, яңынан-яңы еңеүҙәргә өлгәшер тип ышанабыҙ. Уңыштар һеҙгә! ✨Киләсәктә лә ошондай рухи байлыҡ йәш быуында һаҡланып ҡалһын! ✨Башҡорт халҡының мираҫы мәңге йәшәһен!

