Бөгөн балаларға "Минең хәүефһеҙ каникулдарым" тигән инструктаж дәресе үткәрҙек. — 26 мая 2026 г. в 14:30:11.137
Бөгөн балаларға "Минең хәүефһеҙ каникулдарым" тигән инструктаж дәресе үткәрҙек. Йәйге оҙайлы каникулда үҙ ғүмере, һаулығы өсөн , яҡындарының, бигерәк тә үҙҙәренән кеселәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы булыуҙары тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Йәшен мәлендә, ҡояшта ҡыҙыныу, һыу төшөү ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү; юл ҡағиҙәләрен, янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү һәм башҡа ҡағиҙәләрҙе үтәү буйынса практик күнекмәләр ҙә бирҙек. Инструктаждан һуң һәр баланың ҡултамғаһын алып үткән дәресте нығытып ҡуйҙыҡ.

