1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәлән... — 1 июня 2026 г. в 19:09:12.397
1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе тәбиғәткә экскурсияға сыҡтылар. Йәйҙең тәүге көнөндә төрлө сағыу төҫтәр менән биҙәлгән тыуған ауыл бигерәк матур ине. Балалар ошо хозурлыҡҡа һоҡланып, төрлө уйындар уйланылар, иҫтәлеккә фото төштөләр. Ҡыҙҙар ҡулдарына матур браслеттар эшләргә өйрәнделәр. Ҡәҙерле балалар! Алда Һеҙҙе оҙайлы КАНИКУЛДАР көтә, йәйге ялығыҙ күңелле һәм файҙалы үтһен, яңы асыштарға һәм сағыу тәьҫораттарға бай булһын! Сәләмәт һәм шат булығыҙ, ата-әсәләрегеҙҙе гел генә ҡыуандырып тороғоҙ!!!

