📢Иғтибар, конкурс! — 27 апреля 2026 г. в 14:59:40.241
📢Иғтибар, конкурс! Хөрмәтле дуҫтар! “Таң” гәзите редакцияһы Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған фотоконкурс 📸 иғлан итә. Конкурста ҡатнашыу өсөн: ✅Еңеү көнөнә арналған үҙегеҙҙең сифатлы фотоларығыҙҙы tan_burz@mail.ru почтаһына йәки “Таң” гәзите төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Мәҫәлән, Георгий таҫмаһы тағып йәки Үлемһеҙ полк, Еңеү паркы (мәңгелек ут, Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына ҡуйылған һәйкәлдәр) фонында төшкән һәм башҡа Еңеү көнө тематикаһын сағылдырған jpeg форматындағы фотолар булыуы мөмкин. Йәш сикләүҙәре юҡ. Фото аҫтында ҡатнашыусының исеме, фамилияһы, ауылы, телефон номеры күрһәтелә. ❗Фотолар 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә. ❗1-5 майға тиклем тауыш биреүгә ҡуйыла. ❗Муниципаль этапта иң күп тауыш йыйыусы конкурстың республика этабында (7-29 майға тиклем) ҡатнашасаҡ. 🎁Еңеүсе райондашыбыҙға редакциянан иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ.

