Беҙ таҙа, уңайлы тирә-яҡ өсөн — бергә! — 18 апреля 2026 г. в 15:30:29.057
Беҙ таҙа, уңайлы тирә-яҡ өсөн — бергә! Бөгөн мәктәбебеҙҙә ысын дуҫлыҡ һәм хеҙмәт көнө булды. Уҡытыусылар, уҡыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре берләшеп, шәмбе өмәһенә сыҡты. Беҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе: мәктәптең таҙа тирә-яғы, матур балалар майҙансығы, төҙөк Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына, репрессия ҡорбандарына арналған һәйкәл һәм Яугиҙәр паркы. Һәр кемгә-ҙур рәхмәт !Тырышлығыбыҙ бушҡа түгел — мәктәбебеҙ һәм янындағы урындар хәҙер тағы ла матур.

