🎆Ҡотлайбыҙ!👏 — 16 апреля 2026 г. в 10:26:56.171
🎆Ҡотлайбыҙ!👏 ✨ Мәктәбебеҙҙең 3-сө класс уҡыусыһы Сәлимова Замира Белорет ҡалаһында үткәрелгән "Урал батыр"эпосын яттан һөйләүселәр муниципаль бәйгеһендә ҡатнашып ,3-сө урын һәм Мәғариф идаралығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнеп ҡайтты. 👍Афарин ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмай. Тырышып белем алыу менән бер рәттән, төрлө бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. 🔥Тырыш, уңған ҡыҙҙың уҡытыусыһы Байрамғәлина Рәшиҙә Мәсәғүт ҡыҙына һәм Замираға, мәктәпкә төрлө яҡлап, терәк-таяныс булған, әүҙем Сәлимовтар ғаиләһенә -афарин, тибеҙ!🎉 ❤️Замирабыҙға артабан да ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ! Киләсәктә лә ошондай уңыштар ҡаҙанһын!💐

