1 сентябрҙән Рәсәйҙә беренсе класс уҡыусыларына өйгә эш бирелмәйәсәк — 14 июля 2026 г. в 11:32:06.481
1 сентябрҙән Рәсәйҙә беренсе класс уҡыусыларына өйгә эш бирелмәйәсәк Бындай ҡарар баланың мәктәпкә яраҡлашыу осоронда йөкләмәне кәметеү маҡсатында ҡабул ителгән. Сөнки тикшеренеү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, беренселәрҙең байтаҡ өлөшөндә уҡыу йылы дауамында ҙур функциональ көсөргәнеш һәм арыу кимәле һаҡлана. Был шарттарҙа өйҙәге уҡыу йөкләмәһе йәш быуында өҫтәмә стресс тыуҙыра.

