Июль айына һынамыштар... — 2 июля 2026 г. в 06:04:23.211
Июль айына һынамыштар... - Июлдең өсөндә төшкөлөктән ел иҫһә – һабан ашлығы уңыр. - Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр. - Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға. - Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр. - Ямғыр яуырға булһа, томан күтәрелер. - Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһa – ҡеүәтле ел булыр. - Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт. - Иртән үлән ҡоро булһа – төндә ямғыр яуыр. - Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр. - Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр. - Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була. - Йәй томанлы булһа, емеш уңыр. - Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була. - Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.

