Кисә һәм бөгөн Сыңғыҙ мәктәбенең ҡыйығын өлөшләтә алыштырыу эше тамамланды. Был эште ат...
Кисә һәм бөгөн Сыңғыҙ мәктәбенең ҡыйығын өлөшләтә алыштырыу эше тамамланды. Был эште атҡарып сығарыуға күп өлөш индергән коллегаларға ҙур рәхмәт белдерәм. Сыңғыҙ уҡытыусылары, ашнаҡсылар, Таулыҡай, Сыңғыҙ һәм Буранбай техник хеҙмәткәрҙәре - һәммәһе был эштә әүҙем ҡатнашты. Был ремонт эштәре фәҡәт халыҡтан йыйылған аҡса иҫәбенә башҡарылды. Аҡса йыйыуҙы ойошторған ауыл депутаты Шахморатов Булат Әүхәҙи улына һәм коллегабыҙ Фәниә Йосоп ҡыҙына рәхмәт. Техника менән ауыл биләмәһе башлығы Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улы ныҡ ярҙам итте. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләйем! 🤝🤝🤝