Мәктәп яңылыҡтары💯 — 30 июля 2026 г. в 11:23:27.758
Мәктәп яңылыҡтары💯 Таулыҡай урта мәктәбендә әлеге мәлдә эштәр гөрләй. Коллектив яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса ҙур эштәр башҡара. "Мәктәптең спорт майҙансығын техникаһы менән сабып биргән Айҙар Исхаковҡа ҙур рәхмәт"- тип ҡыуана физкультура уҡытыусыһы Ғәзиз Йыһанур улы. Айҙар Әнүәр улы Исхаҡов ауыл тормошонда әүҙемлек күрһәтеүсе ир-егет, һеҙҙең ярҙамсыл булыуығыҙ тик маҡтауға лайыҡ. Һеҙгә ҙур рәхмәт белдереп, алдағы тормошоғоҙҙа, эшегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.

