Официальный канал МОБУ ООШ с. Верхнетавлыкаево
Образование · 24 сентября 2026 г.
🌊 Беҙ «Таҙа Һаҡмар» акцияһында!
🌊 Беҙ «Таҙа Һаҡмар» акцияһында! Бөгөн Һаҡмар йылғаһы буйында экологик өмә үтте. Йылғабыҙҙың ярҙарын сүп-сарҙан таҙартырға тип йәше лә, ҡарт та ихлас сыҡты. Ҡулдарыбыҙға бирсәткәләр кейеп, ҡапсыҡтар тотоп, бер нисә сәғәт эсендә байтаҡ майҙанды тәртипкә килтерҙек. Бына ошондай берҙәм булғанда ғына беҙ гүзәл тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуындарға матур итеп ҡалдыра алабыҙ! Эшебеҙҙең һөҙөмтәләре — фотоларҙа! Изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә мең рәхмәт! #ТаҙаҺаҡмар #ЭкологикӨмә #ҮргеТаулыҡайСыңғыҙБуранбай