Официальный канал МОБУ ООШ с. Верхнетавлыкаево
Образование · 24 сентября 2026 г.
🌿Халыҡ һынамыштары
🌿Халыҡ һынамыштары 🌿Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр. 🌿Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә. 🌿Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә. 🌿Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә. 🌿Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор. 🌿Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, аҫтан һарғайһа - һуң килер. 🌿 Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер. 🌿 24 сентябрҙә ҡырмыҫҡалар ояларын бейек итеп өйһә - ҡыш һыуыҡ булыр.