Хөрмәтле мәктәп ашханаһы хеҙмәткәрҙәре!
Хөрмәтле мәктәп ашханаһы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Таулыҡай мәктәбе ашханаһында үҙ эшен яратҡан ашнаҡсылар эшләй. Рәзилә Ғәйнислам ҡыҙы Байегетова бына 20 йыл инде үҙ һөнәренә тоғро. Гөлнара Нәил ҡыҙы Байегетова кескәйҙәр төркөмө ашнаҡсыһы булып эшләүенә 10 йыл. Әле яңыраҡ эшләй башлаған ашнаҡсы ярҙамсыһы Мәймүнә Хөснулла ҡыҙы Ишкинина ла үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Улар үҙ-ара татыу, дуҫ, бар эште ҙур ихласлыҡ менән башҡаралар. Оҫталығығыҙ, түҙемлегегеҙ, ашхананың таҙалығы, тәмле аштар өсөн рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ илһам, рәхмәтле уҡыусылар һәм шәхси бәхет теләйбеҙ. Эшегеҙ һәр ваҡыт ҡыуаныс һәм лайыҡлы баһа килтерһен! Ихтирам менән мәктәп коллективы.