МОБУ СОШ им.А.П.Мигунова д. Сарышево (информационный канал)
Образование · 5 июня 2026 г.
Руль артына ултырма, малай!
Руль артына ултырма, малай! Мәләүез районы дәүләт автоинспекцияһы хоҡуҡһыҙ йәш водителдәрҙе асыҡлау буйынса эште көсәйтте. Йәй башланыу менән ҡала юлдарында водитель таныҡлығы булмаған үҫмерҙәрҙең мопед, питбайк һәм мотоцикл менән идара итеү осрағы арта. Социаль кампания сиктәрендә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙы асыҡлау буйынса маҡсатлы эште дауам итә. Аҙна һайын Мәләүез районында ғына кәмендә 12 үҫмер мототехника руле артында тотола.