#лагерьдневногопребывания#Безопасноелето# — 9 июня 2026 г. в 08:41:28.960
#лагерьдневногопребывания#Безопасноелето# Бөгөн ,, Ҡояшҡай " көндөҙгө ял һәм һауыҡтырыу лагерында велосипедта һәм мотоциклда йөрөү хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөк. Халыҡ - ара дуҫлыҡ көнөнә арналған сара үтте. . Дуҫ — ул һинең шатлығыңды уртаҡлашыусы, ҡайғыңды таратыусы, йыуатыусы, күңелеңә иң яҡын кешең. Дуҫтарҙың ҡараштары тап килеүе — оло ҡыуаныс. Береһе — бер, икенсеһе икенсе төрлө һүҙ һөйләгәндәр тиҙ хушлаша. Дуҫлыҡҡа тап төшмәһен өсөн һәр саҡ үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай белергә кәрәк. “Дуҫҡа баш булмайҙар, тиң булалар”, тип өйрәтә халыҡ аҡылы. Дуҫыңа вәғәҙә биргәнһең икән — мотлаҡ үтәргә тейешһең. “Алдаҡсы дуҫың булғансы, ғәҙел дошманың булһын”, ти ошо хаҡта халыҡ мәҡәле.

