Муйнак урта мәктәбенең 9-11 класс уҡыусылары, класс етәкселәре менән берлектә ойошторол... — 23 июня 2026 г. в 16:34:15.105
Муйнак урта мәктәбенең 9-11 класс уҡыусылары, класс етәкселәре менән берлектә ойошторолған Нөгөш һыуһаҡлағысына төбәк-ара экологик походы уңышлы үтте. Сара Мәләүез районының «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә ойошторолдо. Уҡыусыларҙы төбәк тәбиғәте менән таныштырыу,экологик мәҙәниәт тәрбиәләү маҡсатында алып барылған сара уңышлы барҙы. Программа сиктәрендә уҡыусылар экологик маршрут буйлап сәйәхәт ҡылды, тәбиғәт күренештәрен күҙәтте, һыуһаҡлағыстың хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы тураһында күп мәғлүмәттәр белде. Поход уҡыу-тәрбиә эшмәкәрлегенә тос өлөш индерҙе. Уҡыусылар тәбиғәткә яуаплы мөнәсәбәт күрһәтте.

